Ваш браузер устарел. Рекомендуем обновить его до последней версии.

№ 1096 Конспект НОД "Бабушкин сундучок" на башкирском языке

Опубликовано 18.09.2016

БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЕЙӘНСУРА  РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ИҫӘНҒОЛ АУЫЛЫ «ЛӘЙСӘН» БАЛАЛАР БАКСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

 «Өләсәйем һандығының эсе серҙәргә тулған».

Аппликация.

Уртансы   төркөмдә туранан-тура белем биреү эшмәкәрлеге.

 

Тәрбиәсе:

Мозафарова Ләйсән

Ринат ҡыҙы


 

 

ИҫӘНҒОЛ АУЫЛЫ, 2016 йыл

Тема: «Өләсәйем һандығының эсе серҙәргә тулған»

Аппликациянан  туранан-тура белем биреү эшмәкәрлеге.

Төп белем биреү өлкәһе: художестволы-эстетик үҫеш

Интеграция өлкәләре:танып белеү, социаль – коммуникатив үҫеш,физик үҫеш (хәүефһеҙлек, уйын, коммуникация).

Маҡсат: Башҡорт  ҡатын-ҡыҙҙары  милли костюмы хаҡында төшөнсә биреү һәм милли башҡорт кейеменең бер мөһим элементы - алъяпҡыстың үҙенсәлеген асыу.

Белем биреү бурыстары:

-Балаларҙы башҡорттарҙың төрлө биҙәү-ғәмәли сәнғәте менән таныштырыу, системаға һалыу.

- “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт» төшөнсәһен нығытыу.

-Башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеме элементының әйтелеше өҫтөндә эшләү.

-Елем менән эш итеү күнекмәләрен ҡабатлау.

-Төҫлө ҡағыҙҙан тап килгән төҫтәрҙән орнаменттар ҡырҡып алып аппликация эшләү.

-Башҡорт орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам итеү, алъяпҡысҡа башҡорт орнаменттарын ҡырҡып йәбештерергә өйрәтеү.

-Үҙ ҡулдары менән эшләгән әйбергә йыйнаҡ һәм һаҡлыҡ менән эш итергә өйрәтеү.

-Һорауҙарға тулы һәм аңлайышлы яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Үҫеш бурыстары:

           -Өлгө буйынса эшләү оҫталығын уңышҡа ирештереү.

           -Хислелек,күҙәтеүсәнлек,форма тойғоһон,киңлекте уҫештереү.

           -Белем даирәһен үҫештереү.

Тәрбиәүи бурыстар:

           -Эштә үҙ аллылыҡты булышлыҡ итеү.

          -Башҡорт традицияһына һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү.

          -Аралашыу сифатын,изгелек мөнәсәбәтен,ярҙамсыллыҡ  тәрбиәләү.

          -Матурлыҡ хисе тәрбиәләү.

Һүҙлек эш: Биҙәү-ғәмәли сәнғәт, ҡулъяулыҡ, елән,ҡушаҡ, селтәр,сәкмән,ҡашмау,камзол,ситек.

Эш алымдары: Әңгәмә, уйын «Ҡулъяулыҡ»,орнаменттар менән биҙәлгән милли башҡорт кейемдәрен  күрһәтеү, практик эш.

Йыһазландырыу:

  Ҡурай көйө аудиояҙмаһы, һандыҡ, алъяпҡыс, камзол, ситек,биҙәүестәр,ҡашмау,ҡулъяулыҡ, йәшел һәм ҡыҙыл төҫтәргә төшөрөлгән  ҡағыҙ орнаменттар,ҡайсы, елем, ҡырҡылған әҙер ҡағыҙ алъяпҡыстар,һыулы салфеткалар.

 

                               Эшмәкәрлек барышы

1-се бүлек.

Ҡурай көйө аҫтында тәрбиәсе һәм балалар группаға инәләр.Түңәрәккә теҙелешеп ултыралар.

Тәрбиәсе:Беҙгә ҡунаҡтар килгән ,һаулыҡ һорашайыҡ, ҡыҙҙар һәм малайҙар!Әйҙәгеҙ түңәрәк яһап ултырайыҡ.

-Балалар,миңә ҡарағыҙ әле, мин нимә кейгәнмен өҫтөмә?Нисек кейенгәнмен? Эйе, мин милли башҡорт кейемендә. Һеҙ , балалар,  “Бала саҡ донъяһы”,  “Тиктормаҫ” магазиндарына барғанда,мин  кейгән кеүек күлдәк күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр, моғайын?

Һеҙҙең ҡартҡәрсәйегеҙ,ҡарт-ҡарт өләсәйеҙ борон-борон заманда милли кейемдәрҙә йөрөгәндәр.Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.

Ҡыҙҙар,малайҙар,хәҙерге заманда һеҙҙең атайҙарығыҙ, әсәйҙәрегеҙ милли күлдәктә йөрөйҙәрме? Юҡ. Хәҙер музейҙарҙа,концерттарҙа,театрҙа ғына күреп була.

-Балалар,  өләсәйем миңә һандыҡ ҡалдырған.Бәләкәй саҡта шул тиклем ҡыҙыҡ була торғайны,һандыҡтың эсендә нимәләр ята тип.Ә хәҙер мин һеҙгә лә күрһәтә алам.Быныһы камзул була.Еңһеҙ өҫ кейеме: ирҙәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән. Ҡашмау - баш кейеме. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә,ынйы менән биҙәп эшләнгән. Ҡортбашы ла тегеп ҡуялар. Күҙ теймәҫкә тигәндәр. Борон ҡортбашы,ҡусҡар биҙәге һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан ҡырҡып тәңкә эшләнгән.Күлдәк,ситек тә бар был һандыҡта.

     -Ҡарағыҙ әле ,балалар,тәңкәләр, мәрйендәр,ынйылар тегеп,матурлыҡ өсөн генә текмәгәндәр, яман күҙҙәрҙән һаҡлап торһон өсөн дә теккәндәр.Нағышлап орнаменттар һалғандар. Хайуандар, үҫентеләр, геометрик фигуралар сиккәндәр. Бына ошо ҡусҡар тип атала-һарыҡтың мөгөҙөн хәтерләтә,эйеме, балалар. Быныһы ҡояш нурҙары.Ошолары ниндәй геометрик фигураға оҡшаған?

    2-се бүлек.Ял минуты.Ҡыҙҙар,малайҙар.!!! Тағы ла нимә һалып ҡалдырған икән ,өләсәй.Ҡулъяулыҡ. Әллә уйнап алайыҡмы? “Ҡулъяулығым ” уйынын уйнайыҡ.Түңәрәккә ултырайыҡ.Мин һанашмаҡ әйтәм ,кем дә кем тороп ҡала шул уйынды башлаусы була:

Алабуға , дегәнәк.

Майлы          ҡалас

Ярсыҡ   -    юрсыҡ.

                                         Балтаңды   ал   да

                                          Йүгереп        сыҡ.

 

-Һин уйынды башлап ебәреүсе.

Йәшерен йәшерен яулығымды

Йәшел        ҡайын       артында,

Һиҙҙермәйсә    ташлап   киттем

Бер           иптәшем        артына.

3-сө бүлек.

Тәрбиәсе:-Балалар!  Хәҙер өҫтәл артына ултырғыстарға ултырайыҡ. Мин һеҙгә ҡағыҙ алъяпҡыстар таратам,ә һеҙгә уларҙы биҙәргә тәҡдим итәм, орнаменттар  ярҙамында. Аппликация эшләйәсәкбеҙ. Өлгөгә ҡарап,матур ғына,таҙа ғына эшләргә тырышығыҙ,һөйләштекме?Елемле ҡулдарығыҙҙы салфетка менән һөртөргә онотмағыҙ.Бармаҡтарығыҙҙы ауыҙығыҙға ҡапмағыҙ.

     Йомғаҡлау.Кемдең алъяпҡысы матурыраҡ килеп сыҡты.Кемдеке таҙараҡ.Ошо алъяпҡыстарҙы әсәйҙәрегеҙгә күрһәтерһегеҙ, бәлки   тегеп кейҙерерҙәр!